Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июнь 2023, 05:20

Көн торошо

Синоптиктар алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Уртаса елдең йүнәлеше - төньяҡ-көнбайыш, көнбайыштан. Төндә термометр бағанаһы 3-8 градус күрһәтәсәк. Республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында 0-2 градусҡа һалҡынайтып ҡырау төшөүе мөмкин. Көндөҙ һауа температураһы   12– 17 градусҡа тиклем йылына. Йома, 23 июндә, төбәктә урыны менән йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөм булыуы фаразлана. Елдең йүнәлеше шул уҡ. Башҡортостандың төньяғында һәм таулы райондарҙа ҡырау төшөүе мөмкин. Көндөҙ –  14–19 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас