Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Июня 2023, 06:20

Элвин Грей йәнә эш боҙған!

Өфө фирмаһы «Элвин Грей» лейблынан 820 мең һум штраф түләттергән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Элвин Грей йәнә эш боҙған!Элвин Грей йәнә эш боҙған!
Элвин Грей йәнә эш боҙған!

Өфөләге «Арго плюс» компанияһы артист Радик Юлъяҡшиндың «Элвин Грей» музыкаль лейблын дәғүәлә еңеп сыҡты. Билдәле булыуынса, БР Арбитраж суды яуап биреүсенән күрһәтелгән хеҙмәттәре, пенялары һәм суд сығымдары өсөн 818,2 мең һум бурысты түләтеү тураһында ҡарар сығарҙы.

2021 йылдың июнендә «Элвин Грей» музыкаль лейблы Өфө фирмаһы менән хеҙмәттәр күрһәтеүгә килешеү төҙөй. Подрядсы баннерҙарҙы баҫып сығарырға, артистың сараларын шарҙар, туҡыманан сәхнә реквизитын һәм фотозонаһын әҙерләргә килешә. Хеҙмәттәр күрһәтелгәс, компания бер айҙа лейблдан  аҡса алырға тейеш булған. Әммә күрһәтелгән хеҙмәт өсөн береһе лә түләргә ашыҡмай. 2022 йылдың мартында «Арго плюс» заказ биреүсегә дәғүә яҙа башлай. Ул ваҡытҡа бурыстың дөйөм суммаһы 1 миллион һумдан аша. Элвин Грей бурыстың бер өлөшөн ҡаплап, 400 мең һум аҡса күсерә.

Лейблға хеҙмәт күрһәткән фирма аҡсаны түләтеп бөтөрөү өсөн судҡа мөрәжәғәт итә. Яуап биреүсе бурысы барлығын инҡар итмәй, ләкин 247,1 мең һум тәшкил иткән бурыстың суммаһын кәметеүҙәрен һорай. Суд пеня күләмен кәметмәне.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова