

Әле Донбасста эш командировкаһында булған Ильяс Батыргәрәев телеграм-каналында беҙгә башҡорт атын да күрһәткән.
Әбйәлил ҡушаматлы ат позицияларҙан кәрәкле әйберҙәрҙе ташыясаҡ. Йәғни ул тауышһыҙ күсеүҙә ҡатнаша. Бик сыҙам һәм көслө – 200 кг-ға тиклем йөк тарта ала.
“Әбйәлил командаға өйрәнгән, хәҙер атыу тауыштарына, снарядтар шартлауына яраҡлаша”, – тигән БСТ корреспонденты. Әйткәндәй, атты полк командиры һорауы буйынса алып барғандар.
Фото: ТГ-канал Ильяса Батыргариева.