

Йәйҙең икенсе айында ла артыҡ эҫелек көтмәгеҙ, ти синоптиктар.
Июлдең тәүге декадаһында +24 градустан да юғары күтәрелмәҫ, моғайын. Төндә уртаса +15 градус булыуы ихтимал.
10 июлдән һуң, бер аҙ һалҡынайта. Һауа температураһы +20 тирәһендә торор. Ә 20-һенән һуң, йәнә +23, +24 буласаҡ.
Аномаль йәй тигәндәре шул, ахыры.
Тик белегеҙ: ғәҙәттә биш көн алдан фаразлауҙар ғына дөрөҫөрәк була.