

Форумды ойоштороусылар - БР Хөкүмәте, РФ Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ булышлығында БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Белоруссияның Мәғариф министрлығы һәм Йәштәр союзы.
Программала дүрт йүнәлеш ҡаралған: агросәнәғәт һәм ауыл хужалығы биләмәләре йәштәре өсөн, патриотик берләшмәләрҙә ҡатнашыусыларға, йәштәр, балалар һәм студенттар ойошмаларының ижади лидерҙарына, студенттар отрядтары һәм эшсе йәштәр вәкилдәренә. Бынан тыш, Өфө - Брест - Минск халыҡ-ара телекүпер күҙаллаған.
Форумда ҡатнашыусылар "ПРОФФест" Бөтә Рәсәй һөнәрҙәр йәрминкәһенә, Еңеү паркына барасаҡ.