Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июнь 2023, 14:52

Муттарға ярҙам иткән курьер тотолған

Нефтекаманан һөнәрселек училищеһы студенты пенсионерҙан аҡса алып, банкомат аша "эш биреүсегә" күсергән. 

Муттарға ярҙам иткән курьер тотолғанМуттарға ярҙам иткән курьер тотолған
Муттарға ярҙам иткән курьер тотолған

20 мең һумды үҙенә алып ҡалған егет хәҙер закон алдында мутлашыусылар өсөн дә яуап тотасаҡ. Аферистар пенсионерҙы "киленегеҙ аварияға тарыны" тигән схема буйынса алдаған.

Кисә, полиция бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, муттар Нефтекама буйынса ныҡ әүҙем "эшләгән" - бик күптәргә шылтыратып, төрлө схемаларҙы ҡулланып ҡарағандар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас