Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июня 2023, 12:30

Квота менән уҡырға ҡабул ителәсәк

РФ Дәүләт Думаһы икенсе уҡыуҙа «Мәғариф тураһында»ғы законға төҙәтмәләр ҡабул итте. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Квота менән уҡырға ҡабул ителәсәкКвота менән уҡырға ҡабул ителәсәк
Квота менән уҡырға ҡабул ителәсәк

Дәүләт Думаһы икенсе уҡыуҙа «Мәғариф тураһында»ғы законға төҙәтмәләр ҡабул итте. Уға ярашлы, махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусылар ҡабул итеү һынауҙары һөҙөмтәләре буйынса айырым квота сиктәрендә юғары уҡыу йорттарына бюджет урындарға инә ала. Түләүле уҡырға ингәндәр өҫтөнлөклө тәртиптә бушлай уҡый ала. Документтың тексына ярашлы, хеҙмәт бурысын үтәгәндә коронавирустан вафат булған медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларын вуздарға айырым квота буйынса медицина һәм фармацевтика белеме биреү программаларына индерергә тәҡдим ителә. Шулай уҡ документ менән юғары уҡыу йортона ингәндә хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса хеҙмәтте лә иҫәпкә алырға тәҡдим ителә.

 

 

Фото: bfcompass.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина