

Был бөтәһенә лә ҡағылмай. 24 июндә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр эшкә сыға, ә алдағы аҙнаның шишәмбеһендә ял итә.
Бынан тыш, башҡа хеҙмәт коллективтары етәкселәренә лә был шәмбелә хеҙмәткәрҙәрен эшкә сығарыу тәҡдим ителә.
Белеүегеҙсә, Өфөлә 27 һәм 28 июндә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы үтә. Үҙгәрештәр шуға бәйле.
Өҫтәүенә, 28 июндә - Ҡорбан байрамы. Тимәк, шәмбелә эшләүселәргә киләһе аҙна уртаһында ике көн рәттән ял буласаҡ.