Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июня 2023, 10:21

"Изгелек түңәрәге" фонды дарыуҙарға 2 млрд һум аҡса бүләсәк

БР Хөкүмәте ултырышында һирәк ауырыуҙар менән сирләүсе пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. 

Добавить в предпочтительные источники Google
"Изгелек түңәрәге" фонды  дарыуҙарға 2 млрд һум аҡса бүләсәк"Изгелек түңәрәге" фонды  дарыуҙарға 2 млрд һум аҡса бүләсәк
"Изгелек түңәрәге" фонды дарыуҙарға 2 млрд һум аҡса бүләсәк

     – Республикала  бындай диагнозлы 47 мең самаһы  пациент теркәлгән.   Шуларҙың    1716-һы  махсус дарыуҙар менән тәьмин ителеүгә мохтаж.   Быйыл дарыуҙар менән тәьмин итеүгә федераль бюджеттан   1,4 млрд һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.  Республика бюджетынан иһә 548 млн һумдан ашыу ҡаралған, – тине Андрей Назаров. 

Бындай ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү бер нисә сығанаҡтан килә.  Федераль һәм төбәк бюджетынан, «Изгелек Түңәрәге» фондынан.   2023 йылда был фонд 2 млрд һумдан ашыу суммаға пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү тураһындағы ғаризаларҙы хуплаған.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина