Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Июнь 2023, 12:55

Эш эҙләһәң...

23 июндә Өфө ҡалаһында, шулай уҡ Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында «ПРОФЕСТ. Рәсәй эше. Мөмкинлек ваҡыты» халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла.

Эш эҙләһәң...Эш эҙләһәң...
Эш эҙләһәң...

Унда бөтәһе13 мең төрлө вакансия тәҡдим ителәсәк.

Кесе һәм урта предприятиелар, шулай уҡ эре дәүләт корпорациялары, мәҫәлән, "Газпром", "Башнефть", «Благовещен клапан заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Учалы тегеү фабрикаһы, «Башкирэнерго»,  «Өфө урман хужалығы»  һәм башҡалар эш урындары тәҡдим итәсәк.

Йәрминкәлә юғары эш хаҡы тәҡдим иткән ойошмалар ҙа буласаҡ. Мәҫәлән,  асфальт түшәүсе водитель-операторға айына 120-130 мең һум түләргә әҙерҙәр. Ауыл хужалығы тармағына 92 мең һум эш хаҡы менән орлоҡ һатыу буйынса менеджер алырға әҙерҙәр, табип - эндокринологтың эш хаҡы 50 мең һум буласаҡ.

Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-да башлана һәм 8 зонаға бүленә: карьера йүнәлешен һынау зонаһы, Ватанды һаҡлаусылар зонаһы, эш биреүселәр зонаһы, бизнес менән аралашыу зонаһы, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм мәктәп менән идара итеү зонаһы, белем биреү ойошмалары зонаһы, ғаилә зонаһы һәм карьера лекторийы. Йәрминкә ҡунаҡтары эш тәҡдименән тыш психологтар консультациялары, трансформация уйындары, республиканың билдәле кешеләренең сығыштары, әсәләр өсөн «Әсәй ҙә һөнәр» лекциялары, ҡатын-ҡыҙҙар клубтары, махсус ҡорамалдар һәм эшсе һөнәр тренажерҙары экспозициялары, эш биреүселәрҙең мастер-кластары һәм башҡа интерактивтар ойоштороласаҡ.

 

Башҡортостандың баш ҡалаһында үтәсәк мәшғүллек йәрминкәһендә Өфө халҡы ғына ҡатнаша тигән һүҙ түгед – "Өфө-Арена"ла алыҫ райондарҙан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүселәр өсөн онлайн-интервью ойоштороласаҡ.

 

Сараның тулы программаһы, шулай уҡ йәрминкәләрҙе республиканың башҡа ҡалаларында үткәреү тураһында мәғлүмәт менән бында танышырға мөмкин: https://mintrud.bashkortostan.ru/presscenter/events/16858/

 

Алдағы ваҡиға тураһында иң актуаль мәғлүмәт менән «Бәйләнештә» селтәрендә фестивалдең рәсми төркөмөндә танышырға мөмкин: https://vk.com/proffestrb

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас