

Аңлашыла инде – көҙ көнө, көндәр һалҡынайтҡас, кемдә – тымау, кемдә бронхит, тигәндәй, күп сир үҙен күрһәтә башлай. Шуға коронавирустың да яңынан көсәйеүенә аптырарға түгел. Ә әҙер торорға, һаҡланырға кәрәк.
Әйткәндәй, тажзәхмәттең көҙөн артыуы тураһында Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова һөйләгән. “Еңел формаһы булыр, тип өмөтләнәбеҙ”, – тигән.
Попова белдереүенсә, әле беҙҙең илдә коронавирус буйынса бер ниндәй ҙә сикләү ҡалмаған, тик тәҡдимдәр генә бар.