***
Зинһар илатмайыҡ әсәйҙәрҙе, Иң ауыр йәш, әсә йәштәре. Беҙҙең дә бит бала-саға үҫә, Ана күпме хәсрәт, эштәре. Балам, балам, - тиеп өҙөләбеҙ, Күп нәмәнән ҡайсаҡ баш тартып. Улар тиеп мөһим эштәр ҡала, Йоҡлап китәлмәйбеҙ кис ятып. Борон-борондарҙан ҡалған йола Бала табып, уны үҫтереү. Бары күтәрелә, тик иң ауыры Әсә күҙҙәрендә йәш күреү. Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА