Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июнь 2023, 11:26

Ҙур йәрминкә була

Сауҙа түгел, ә эш йәрминкәһе. 23 июндә "Өфө-Арена" спорт комплексы майҙанында "Рәсәйҙә эш. Мөмкинлектәр осоро" Бөтә Рәсәй мәшғүллек йәрминкәһенең икенсе этабы уҙа.

Ҙур йәрминкә булаҘур йәрминкә була
Ҙур йәрминкә була

Был федераль этапта республиканың меңгә яҡын эш биреүсеһе 11 меңдән ашыу вакансия тәҡдим итәсәк.

Фестивалдең төбәк этабында 20,5 мең кеше ҡатнашҡан. Кемгә эш кәрәк, сараға килә ала. Айырыуса йәштәрҙе, хатта мәктәп уҡыусыларын да көтәләр. Ҙур предприятиелар буш эш урындары тәҡдим итә.

Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-да башлана. Төрлө зоналар эшләй: карьера лекторийы, һөнәри йүнәлеш, эшлекле коммуникациялар һ.б.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан. 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас