Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июнь 2023, 04:19

Силәбелә - Һабантуй

Күрше өлкәләге милли байрамды Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе филармонияһы артистары асты. Был көндө Силәбенең Гагарин паркы гөрләп торҙо.

Силәбелә - ҺабантуйСиләбелә - Һабантуй
Силәбелә - Һабантуй

Байрамға почетлы ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Халыҡты БР Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Яримов, Силәбе өлкәһе мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Ирина Анфалова-Шишкина, Силәбе мэры урынбаҫары Сергей Авдеев, өлкәнең Башҡорт ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов, Урал төбәгенең баш мөфтөйө, Силәбе һәм Ҡурган өлкәләренең Диниә назараты рәйесе Ринат Раев сәләмләне.

Һабантуйҙа матур тирмәләр ҡоролғайны. Силәбе халҡы милли ризыҡтарҙан да ауыҙ итте. Уйын-көлкө, милли уйындар менән шаулап үтте байрам.

 

Силәбелә - Һабантуй
Силәбелә - Һабантуй
Силәбелә - Һабантуй
Силәбелә - Һабантуй
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас