Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июня 2023, 14:34

Радий Хәбиров: “Шихандар эшкәртелмәйәсәк”

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан Башлығы ТАСС агентлығы журналисының "Башҡорт сода компанияһы"на сеймал табыу мәсьәләһе тураһындағы һорауына яуап бирҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров: “Шихандар эшкәртелмәйәсәк”Радий Хәбиров: “Шихандар эшкәртелмәйәсәк”
Радий Хәбиров: “Шихандар эшкәртелмәйәсәк”

Республика етәксеһе әйтеүенсә, бөгөн Шахтау карьерында геологик үҙенсәлектәр өйрәнелә. Альтернатив варианттар ҙа бар – оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән ҙур ятҡылыҡтар етерлек.

– Әле беҙ компанияға күпме сеймал кәрәклеген аңларға тейешбеҙ. Шунан алмаш сығанаҡтарҙы ҡараясаҡбыҙ. Өлгөләр аласаҡбыҙ. Шуны белдерәм: шихандар эшкәртеү маҡсатында ҡулланылмаясаҡ, - тине Башҡортостан Башлығы.

Автор:Алһыу Ишемғолова