Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июнь 2023, 05:30

Медицина ротаһы ағзалары хәрби ант бирҙе

Башҡортостандың Әхмәт Дәүләтов исемендәге медротаһы "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы составына инә. Кисә, Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөндә, яугирҙар тантаналы рәүештә присяга ҡабул итте.

Медицина ротаһы ағзалары хәрби ант бирҙеМедицина ротаһы ағзалары хәрби ант бирҙе
Медицина ротаһы ағзалары хәрби ант бирҙе

Был ирекле ротаны Өфөнөң Совет майҙанынан 1 июндә оҙатҡайныҡ. Улар менән бергә Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы ла китте.

Әйткәндәй, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина ротаһына пациенттарҙы ташырға биш автомобиль, өс санитар УАЗ, йөк ГАЗ машинаһын һәм күсмә стоматологик кабинет тапшырҙы.

Иҫән-һау булһын һәммәһе!

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас