Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Июнь 2023, 05:30

Гөлназ Асаева оятҡа ҡалған

Йырсы был хәлде виртуаль дуҫтарына һөйләгән.

Гөлназ Асаева оятҡа ҡалғанГөлназ Асаева оятҡа ҡалған
Гөлназ Асаева оятҡа ҡалған

Шәхси клиникала анализдар тапшырғандан һуң, Гөлназ менән ире медицина ойошмаһынан аҡса түләмәйсә генә сығып киткәндәр. Онотҡандар!
- Индек, теркәлеү бүлегендә үҙебеҙ хаҡында мәғлүмәт бирҙек. Беҙгә анализды ҡайҙа, нисек бирергә икәнен аңлаттылар. Аҡсаны, ғәҙәттә, анализдар тапшырғас ҡына түләй торған инек. Нимә уйлайһығыҙ? Беҙ анализдар өсөн түләмәйенсә ҡайтып киткәнбеҙ. Шылтыратып, карталарына аҡса күсереүҙе һоранылар. Ғәфү үтендем дә, Вилданға уларҙың карта номерын ебәрҙем. Һөҙөмтәлә, Вилдан йәнә онотҡан! Ә мин иһә "Вилдан түләй" тип тыныс йөрөйөм. Сәстәрем үрә баҫты, шул тиклем оят булды, - тип һөйләй Гөлназ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас