Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июнь 2023, 13:00

Тоҙ менән дауаланыу серҙәре

Тоҙҙо бик күп ауырыуға ҡаршы файҙаланырға мөмкин. Ниндәй ауырыуҙы, нисек дауаларға  был хаҡта сайтта уҡығыҙ.

Тоҙ менән дауаланыу серҙәреТоҙ менән дауаланыу серҙәре
Тоҙ менән дауаланыу серҙәре

 

Йүтәлдән, сөйәлдән һәм һалҡын тейеүҙән. 

Бер балғалаҡ балға, ике ҡалаҡ әнис орлоғо һәм бер семтем тоҙ ҡушып бутарға һәм өҫтөнә бер стакан һыу ҡойоп, ҡайнар хәлгә еткерергә. Һуңынан һөҙөп алып, оло кешегә һәр ике сәғәт һайын икешәр ҡалаҡ эсергә.

  Аяҡтар тирләгәндә һәм бәшмәктәрҙән зыян күргәндә.

Бер литр йылы һыуҙа  4 ҡалаҡ тоҙҙо һәм 6 тамсы йодтты иретергә. Ошо һыуға аяҡтарҙы тығып, 5 – 10 минут ултырырға.

Бөжәктәр тешләгәндә.

Тешләнгән урынды һыулап, тоҙ һибегеҙ.

Сөйәлдән. Керән һутын  1:1 нисбәтендә тоҙ менән бутап, көн һайын сөйәлгә һөртөргә.

 Ҡан тамырҙары киңәйеүенән. Диңгеҙ тоҙон бутҡа хәленә килгәнсе һыуҙа иҙергә һәм 0 градусҡа тиклем һыуытырға.  Һыуынғас, марляға һалып, ҡан тамырҙарының ҡабарып сығып торған урындарына ябырға. Иң яҡшыһы – быны иртәнсәк эшләү. Тән менән һеҙ әҙерләгән ҡатнашманың температураһы тигеҙләшкәс, марляны сисергә була.

Һалҡын тейеүҙән.

 Диңгеҙ тоҙо менән эре аш тоҙон табала ҡыҙҙырып,  туҡыманан тегелгән моҡсайға һалығыҙ.   Ошо моҡсайға баҫып, аяҡтарығыҙҙы яҡшы ғына итеп йылытығыҙ.   Ул эҫе, әммә түҙерлек булырға тейеш.

Тоҙҙо гәрсис һәм ҡыҙыл борос менән бутағыҙ. Шуны ойоҡбаштың эсенә һөртөп, кейегеҙ. 

Пародонтоздан һәм тештәрҙәге ҡуныҡтан.

Бер үк күләмдә  тоҙ менән балды ҡушып, тоҙо иреп бөткәнсе яҡшы итеп бутарға. Ошо пастаны тештәргә  һәм теш ҡаҙнаһына  әкрен генә һөртөргә.   Аҙнаһына бер – ике тапҡыр ҡулланырға мөмкин.

Аҙыҡтан ағыуланғанда.

Бер нисә стакан тоҙло һыу эсегеҙ.  Тоҙ токсиндарҙың ҡанға үтеп инеүен тотҡарлай.

Аяҡ-ҡул быуындары артрозынан.

 1:1 нисбәтендә тоҙ менән йылға ҡомон ҡушып бутарға һәм табала эҫегәнсе ҡыҙҙырырға.  Һуңынан уны берәй һауытҡа ауҙарып, һыуынғансы  бармаҡтарҙы шунда тығып ултырырға. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас