Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июня 2023, 04:00

Көн торошо

Синоптиктар алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы.

Көн торошоКөн торошо
Көн торошо

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көньяҡ райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм көслө ел менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Төндә термометр бағанаһы +5° – тан +10° - ҡа тиклем, көньяҡта йылыраҡ +15° - ҡа тиклем күрһәтәсәк. Көндөҙ +16°, +21°.

Дүшәмбе, 19 июндә, көньяҡ райондарҙа йәнә ямғыр яуыуы һәм йәшен булыуы фаразлана. Төндә синоптиктар республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында ҡырау төшөүен вәғәҙәләй һауала һәм тупраҡта - 0°, -2° , уртаса температура +4° - тан +9° - ҡа тиклем буласаҡ. Көндөҙ һауа +13, +18 градусҡаса йылына.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас