Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Июнь 2023, 09:30

"Барҙа йыйыны" гөрләп үтте

Пермь крайының Барҙа районында милли байрамға йыйылдылар.

"Барҙа йыйыны" гөрләп үтте"Барҙа йыйыны" гөрләп үтте
"Барҙа йыйыны" гөрләп үтте

Сара Ғәйнә ырыуы старшинаһы, үҙ заманында депутат булған Туҡтамыш Ишбулатовтың таш һынына сәскә һалыуҙан башланды. Халыҡты Пермь крайы губернаторы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Леонид Политов тәбрикләне. Башҡортостан делегацияһы ла ҙур ине: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әлфис Ғаязов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Рифат Бикҡолов сәләмләне.

Байрамда барыһы ла булды: бүләкләү ҙә, спорт ярыштары ла, уйындар ҙа. Айырыуса йола программаһы йөкмәткеле ине. Халыҡ милли көрәште һәм бәйгене ҡарарға ла дәррәү килгән.

Йыйында Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары ҡатнашты.

Барҙа йыйыны - халыҡ көтөп алған байрам ул. Алдағы йылдарҙа ла ошо сарала осрашырға яҙһын, тип таралыштылар.

Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.

"Барҙа йыйыны" гөрләп үтте
"Барҙа йыйыны" гөрләп үтте
"Барҙа йыйыны" гөрләп үтте
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас