***
Бар кешегә ярап бөтөп булмай: Кем ярата һине, кемдер юҡ. Йылы һүҙе менән берәү йыуатҡанда, Икенсеһе ата зәһәр уҡ. Уңышыңа берәү ныҡ һөйөнә, Икенсеһе көнләшеүҙән үлә. Кемдер һине бик ныҡ кәмһеткәндә, Башҡа берәү ҡәҙереңде белә. Бәхет теләй берәү, һаулыҡ теләй, Кемдер шул саҡ асыуынан кибә. Бар кешегә ярап бөтөп булмай, Ни булһа ла башты түбән эймә. Бар кешегә ярап бөтөп булмай, Һөймәгәндәр, әйҙә, һөймәһен. Сәскә атҡан тормош гөлөң генә Ваҡытынан алда көймәһен. Гөлара Шәрипова