Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2023, 04:30

Рекорд яулаған Хәйбулла ҡоротоноң яҙмышы нисек булды?

 400 килограмдан ашыу ҡорот һабантуйҙа уҡ боҙолдо, ташланылар тип соцселтәрҙәрҙә ризаһыҙлыҡ белдергәндәр осраны. Юҡ, бар райондан йыйып алынған был тәмле һәм сихәтле һөт ризығын хәйбуллаларҙың улайтып тәләфләргә ҡулы бармаҫ ине. Әле хужабикәләр ҡоротто таратып алып, СВО-ға оҙатырға әҙерләй.

Рекорд яулаған Хәйбулла ҡоротоноң яҙмышы нисек булды?Рекорд яулаған Хәйбулла ҡоротоноң яҙмышы нисек булды?
Рекорд яулаған Хәйбулла ҡоротоноң яҙмышы нисек булды?

Улар уны үҙ рецепттары буйынса киптерә. Мәҫәлән, Ғәлиәхмәт ауылы клубы мөдире Әлфирә Бикбова оҙаҡ һаҡланған тәмләткестәр ҡушып ҡорот порошогы әҙерләй. Уны ҡайнар һыуға һалып болғап һурпа итеп эсергә, әҙер ашҡа өҫтәргә буласаҡ.

Һабантуй ҡоротон ошо арала киптереп бөтәсәктәр һәм беҙҙең яугирҙарға оҙатасаҡтар.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас