Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июня 2023, 10:30

Өфөлә ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы кире махсус хәрби операцияға оҙаттылар

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булған бер төркөм ир-егетте баш ҡаланың "Өфө-Арена" һарайы алдындағы майҙанда яҡындары, туғандары, етәкселәр, депутаттар, ҡала халҡы оҙатып ҡалды. Тиҙ арала әйләнеп ҡайтырға насип булһын!

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы кире махсус хәрби операцияға оҙаттыларӨфөлә ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы кире махсус хәрби операцияға оҙаттылар
Өфөлә ялға ҡайтҡан яугирҙарҙы кире махсус хәрби операцияға оҙаттылар

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Салауат Фәррахов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев исеменән сәләм һүҙҙәрен еткерҙе, имен юлдар, иҫән-һау булыуҙарын теләне һәм барыһын да көтөп ҡалыуыбыҙҙы белдерҙе.

Хөрмәтле яугирҙар! Һеҙҙең һәммәгеҙҙе лә көтәбеҙ! Имен йөрөгөҙ, иҫән-һау ҡайтығыҙ!

Фото һәм сығанаҡ:panoramarb.ru

 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова