Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Июнь 2023, 12:30

Бөтөнләй уйламаған урында ер тетрәгән...

Бер тәүлектә хатта ике тапҡыр ер һелкенгән. Белгестәр уларҙың 5,6 һәм 5,3 магнитудалы булыуын асыҡлаған.

Бөтөнләй уйламаған урында ер тетрәгән...Бөтөнләй уйламаған урында ер тетрәгән...
Бөтөнләй уйламаған урында ер тетрәгән...

Францияның көнбайышындағы ҡала, ҡасабаларҙа булған ваҡиға. Йома кис булған һелкенеүҙең ҡеүәте - 5,3-тө күрһәтһә, шәмбегә ҡарай төндә шул уҡ районда тағы ла көслөрәк тетрәгән. Тиҫтәләрсә бина емерелгән, байтаҡ йорт электрһыҙ ҡалған, зыян күреүсе йә һәләк булыусыларҙы асыҡлайҙар. Кеше күп кенә сиркәүҙең емерелеүен әйтә. Һуңғы 20 йылдағы иң ҡаты ер тетрәү, ти урындағы халыҡ.

Румынияла ла ер тетрәгән. Унда ҡеүәте 4,3 балл булған. Был илдең әлеге төбәге сейсмологик йәһәттән хәүефле һанала.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас