

Башҡортостан - Милли киберфизик платформа булдырыу буйынса пилот төбәге.
Радий Хәбиров үҙ сығышында бик етди һәм донъяла тәүге киберфизик платформа эшләүсе белгестәргә рәхмәт әйтте. Стратегик башланғыстар агентлығы (АСИ), БР Хөкүмәте һәм Милли технологик хәрәкәте менән берлектә Рәсәй белгестәре коллективы ҙур эшкә тотонған. Был платформала "Берлога" проект бар.
- Йәштәребеҙгә рәхмәт әйткем килә. Улар бик талантлы, аҡыллы һәм сағыу. «Берлога» милли киберфизика платформаһының амбассадоры Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт лицей-интернатының 10А класы уҡыусыһы - Глеб Чекмарёв, бик талантлы егет. Әлбиттә, беҙ Милли технологик башланғыстарҙың түңәрәктәр хәрәкәте (НТИ) менән бергә эшләнек. Белеүегеҙсә, илебеҙҙә ҡайһы бер нәмәләр идея йәһәтенән илһамландырған саҡта эшләй. Киберфизика платформаһын булдырыуҙа илһамландырыусы - «Роснефть» компанияһының вице-президенты Геннадий Иванович Букаев, - тине Радий Хәбиров. - Платформа балаларыбыҙҙы технологик, һанлы киңлеккә индерәсәк.
Ысынлап та, проект бик уникаль.
Фото: БР Башлығы сайтынан.