Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июня 2023, 13:00

“Әле психологка барып етмәнек, шулай ҙа “ысҡынған” саҡтар була”

Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимовтың аралары һыуынғанмы?

“Әле психологка барып етмәнек, шулай ҙа “ысҡынған” саҡтар була”“Әле психологка барып етмәнек, шулай ҙа “ысҡынған” саҡтар була”
“Әле психологка барып етмәнек, шулай ҙа “ысҡынған” саҡтар була”

Гүзәл Уразова менән Илдар Хәкимов, булған ваҡиғаларға нигеҙләнеп, “Ниңә белмәнем?” тигән йырҙарына клип төшөргәндәр. Унда төп ролде ирле-ҡатынлы үҙҙәре уйнағандар. Сценарий буйынса бер-береһен аңламаған ир менән ҡатын,  кәңәш һорап, ғаилә психологына мөрәжәғәт итә.

  • Был – беҙҙең тормоштоң бер өлөшө. Әле психологкка барып етмәнек, шулай ҙа “ысҡынған” саҡтар була инде. Буран да туҙҙырабыҙ, йәшен дә йәшнәтәбеҙ, көләбеҙ ҙә, илаған саҡтар ҙа була. Тик бирешмәҫкә тырышабыҙ. Ни булһа ла , беҙ бергә! – тип яҙған йырсы.

Фото: Т. Аманов 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас