Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июня 2023, 05:27

Электр приборҙарын төнгөлөккә һүндерегеҙ

15 июндә Дәүләкәндә Гагарин урамында шәхси йортта янғын сығып, 72 йәшлек ир менән 74 йәшлек ҡатын һәләк булды. Фаразлауҙарынса, янғын электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы арҡаһында сыҡҡан. Сәбәптәрен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе һәм янғын лабораторияһы эксперты тикшерә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Электр приборҙарын төнгөлөккә һүндерегеҙЭлектр приборҙарын төнгөлөккә һүндерегеҙ
Электр приборҙарын төнгөлөккә һүндерегеҙ

Бөгөн төндә Иглин ауылында янғында 47 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлдө. Янғындың сәбәбе - электр ҡорамалдарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу.

Тап төҙөк булмаған электр ҡорамалдары арҡаһында күп янғындар сыға. 

Был хаҡта Республика менән идара итеү үҙәгенән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгесе Петр Ильин "Сәләм" программаһының тура эфир барышында хәбәр итте.

Тулыраҡ мәғлүмәт видеола: https://vk.com/wall-201146046_84918

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова