

Улар беҙҙең республикала ҡошсолоҡ предприятиеларын үҫтереү буйынса инвестпроекттарҙы ғәмәлгә ашырыу тураһында фекер алышты.
Был компания 2022 йылда "Русское зерно Уфа" компаниялар төркөмөнөң бер нисә активын һатып алды. Унда «Башкирское зерно», «Уфимский комбинат хлебопродуктов», «Турбаслинские бройлеры» йәмғиәттәре инә.
«Черкизово» «Юбилейная» (Шишмә районы) һәм «Уфимская» ҡошсолоҡ фабрикаларын яңыртыуға аҡса һалырға ниәтләй.
Фото: БР Башлығы сайтынан.