

Уны Радий Хәбиров Башҡортостандың үҫеш йүнәлештәре менән таныштырҙы, мөһим проекттар тураһында һөйләне һәм ҡаҙаныштарҙы атаны.
– Башҡортостан –йылдам үҫешеүсе төбәк. Республика павильоны – форумда иң яҡшыларҙың береһе һәм һеҙҙең уңыштарығыҙҙы лайыҡлы сағылдыра. Һуңғы йылдарҙа һөҙөмтәле идара итеү командаһы һәм эшһөйәр кешеләр менән төбәктә күп нәмәгә өлгәшелде, – тип билдәләне Андрей Белоусов.
Фото: БР Башлығы сайтынан.