Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Июня 2023, 07:55

Балаларға ла, өлкәндәргә лә - ҙур бүләк

"Бөгөн "Төньяҡ" биҫтәһендә ысын байрам - беҙ балаларға һәм өлкәндәргә ял майҙансығын астыҡ", - тип социаль селтәрҙә шатлығы менән уртаҡлаша Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Марат Исҡужин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балаларға ла, өлкәндәргә лә - ҙур бүләкБалаларға ла, өлкәндәргә лә - ҙур бүләк
Балаларға ла, өлкәндәргә лә - ҙур бүләк

Бик күркәм йәмәғәт биләмәһе район үҙәгендә "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектына ярашлы булдырылған.

"Парк өлкәндәргә лә, балаларға ла оҡшар тигән ышаныстамын. Төҙөкләндерелгән биләмәгә һаҡсыл ҡарайыҡ. Киләсәктә ошондай ял зоналарын райондың башҡа ауылдарында ла төҙөйәсәкбеҙ", - тип яҙған Марат Исҡужин һәм ярҙамы өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Головановаға, подрядсылар Рәмил һәм Илшат Айытҡужиндарға, бөтә төҙөүселәргә рәхмәт белдергән.

Фото: Марат Искужин (vk.com)

 

Балаларға ла, өлкәндәргә лә - ҙур бүләк
Балаларға ла, өлкәндәргә лә - ҙур бүләк
Балаларға ла, өлкәндәргә лә - ҙур бүләк
Балаларға ла, өлкәндәргә лә - ҙур бүләк
Автор:Алһыу Ишемғолова