Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июня 2023, 04:36

Төҙөлөш дәррәү бара

Баш ҡалабыҙҙағы Инорс биҫтәһендә ишкәк слаломы үҙәге һәм канал төҙөлөшө дауам итә. 

Төҙөлөш дәррәү бараТөҙөлөш дәррәү бара
Төҙөлөш дәррәү бара

Өфөнөң 450 йыллығына һәм "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" программаһы буйынса һалынған объект быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әле эштәрҙең 63 проценты башҡарылған. Канал әҙер тиерлек, белгестәр шлюздарҙы көтә. Был объект уникаль буласаҡ. Унда ТЭЦ-тан йылынған күл һыуы һалҡынса Өфө йылғаһы менән ҡушыла. Был спортсыларға бик уңайлы. Сөнки һыу ҡышын да туңмаясаҡ. Хатта гидротехник ҡоролмалар ярҙамы менән тау йылғаһы кеүек ағын да булдырыласаҡ.

Фото: Город Уфа (vk.com)

 

Төҙөлөш дәррәү бара
Төҙөлөш дәррәү бара
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас