

Һуңынан фатирыңды кире ҡайтара аласаҡһың, тигәнгә ихлас ышанған ҡатын урындағы күсемһеҙ милек агентлығына мөрәжәғәт итеп, агент менән эшләй башлаған. Риелтор һатып алыусыларҙы тиҙ таба, ләкин килешеүҙе төҙөргә ҡабаланмай. Үҙен бик сәйер тотҡан, сәбәбен аңлатмайынса килешеү төҙөүҙе ашыҡтырған ҡатын уны шиккә һала. Фатир хужабикәһе менән һөйләшә торғас, уның бәләгә тарыуын - муттар менән аралашыуын асыҡлай. Шунда уҡ фатир һатыу процесын туҡтатып, улар икәүләп полицияға мөрәжәғәт иткән. Тәфтиш бүлеге әлеге осраҡ буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатҡан.
Һаҡ булығыҙ, дуҫтар! Яттарға ышанмағыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.