Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Июнь 2023, 11:40

Быйыл "Башҡорт аты" ҡасан үтә?

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» икенсе халыҡ-ара башҡорт аты фестивален ойоштороу буйынса күсмә кәңәшмә үтте.

Быйыл "Башҡорт аты" ҡасан үтә?Быйыл "Башҡорт аты" ҡасан үтә?
Быйыл "Башҡорт аты" ҡасан үтә?

 Сарала Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.

Яҡтар фестивалде ойоштороу нескәлектәре, идеялар һәм мәсьәләләр хаҡында һөйләшкән. Атап әйткәндә, сара 11 - 13 августа Баймаҡ районында Граф күле буйынса уҙасаҡ. Унда бөтә илдән йылҡысылыҡ өлкәһендәге белгестәр йыйыласаҡ, ошо тармаҡты, ҡымыҙ бешереүҙе һәм башҡа халыҡ кәсептәрен үҫтереү хаҡында һөйләшәсәк. 

Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы бай мәҙәни һәм спорт программаһы көтә. Милли көрәште, «Ылаҡ», «Тай-тулаҡ», яндан уҡ атыу ярыштарын тамаша ҡылырға мөмкин.

— Былтыр «Башҡорт аты» юғары кимәлдә үтте һәм юғары мөмкинлектәргә эйә икәнлеген күрһәтте. Ауыл хужалығын һәм иҡтисадты үҫтереүҙә әһәмиәте ҙур. Башҡорт аты - бик көслө, сыҙамлы ат, уның таҙа ҡанлылығын һаҡларға кәрәк. Киләсәктә фестиваль беҙҙән генә түгел, башҡа илдәрҙән туристарҙы ла йәлеп итер тип ышанам, — тине Урал Килсенбаев.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас