Әсәйҙәргә ни кәрәк?
Әсәйҙәргә кәрәк аяҙ көндәр, Алһыуланып атҡан яҡты таң, Күңел тыныс, йөҙҙәр көләс була Яҡшы хәбәр килһә балаңдан. Әсәйҙәргә кәрәк рухлы улдар: Үҫеп етеп һөнәр алһындар Парлы булып-аҡыл,иман менән Тормош һуҡмағынан барһындар. Әсәйҙәргә кәрәк тыйнаҡ ҡыҙҙар Аҡыллы ла, уңған үҙҙәре, (Ҡылыҡтары йөҙҙө ҡыҙартмаһын- Заманалар хәҙер үҙгәрҙе!) Әсәйҙәргә кәрәк йылы һүҙҙәр, Хәл белешеп торһа балаһы, Тыуған йортҡа ҡайтып килергә, тип Мөмкин булһын ваҡыт табаһы... Ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итһә, Матур итеп тормош көтһәләр, Атай-әсәй ризалығын алып Алыҫ сәфәрҙәргә китһәләр. ...Күп кәрәкмәй беҙгә-әсәйҙәргә Имен генә булһын балабыҙ! Хәйер-фатихала,доға ҡылып Раббыбыҙҙан һорап ҡалабыҙ! Бала, тиеп кенә янабыҙ... Минира Биканасова