Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июнь 2023, 08:30

Ир фамилияһына күсеүҙе лә байрам итәләр икән

Ришат Төхвәтуллиндың ҡатыны Әлиә “Ҡарасурина” фамилияһы менән хушлашыу кисәһен уҙғарған.

Ир фамилияһына күсеүҙе лә байрам итәләр икәнИр фамилияһына күсеүҙе лә байрам итәләр икән
Ир фамилияһына күсеүҙе лә байрам итәләр икән

Әлиә Ҡарасурина тиҙҙән Ришат Төхвәтуллиндың законлы ҡатыны буласаҡ. Туй мәжлесе алдынан Әлиә ҡыҙ саҡтағы Ҡарасурина фамилияһы менән һаубуллашыу кисәһе, йәғни “девичник” үткәргән. Байрам үҙе лә, мәжлескә махсус бешерелгән торт та: “Гуд бай, Ҡарасурина” тип атала. Ябыҡ сараға йырсы Гөлсирин Абдуллинаны, кейәү егетенең бер туған һеңлеһе Айгөл Бәҙретдинованы һәм башҡа дуҫ ҡыҙҙарын саҡырған. Табын артында башланған мәжлес караоке-клубта дауам иткән.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас