

Компанияның инвестиция планы ғәмәлдәге мал иҫәбен киңәйтеүҙе һәм предприятиела эш урындарын арттырыуҙы күҙ уңында тота. Көтөүлектәргә, сабынлыҡтарға ҡуртымға бирелгән ер майҙандарын арттырыу, мал аҙығы культураларын үҫтереү талап ителә.
- Был Стәрлебаш районының иң яҡшы ауыл хужалығы предприятиеларының береһе һәм компания етәкселегенең үҫергә һәм яңы бейеклектәргә өлгәшергә теләүен хупларға ғына мөмкин. Беҙгә тәҡдим ителгән проект ғәмәлдәге мал һанын 350 һыйырҙан 400 башҡа тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота. Инвестициялар күләме 60 миллион һум һәм, иң мөһиме, предприятиела 5 яңы эш урыны булдырылған. Участкаларҙы ябайлаштырылған процедура менән бирҙек. Импортты алмаштырыу өсөн кәрәкле продукция етештерергә планлаштырһа, льготалы шарттарҙа участканы теләһә ниндәй эшҡыуар ҡуртымға ала ала, – ти ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.
Импортты алмаштырыу сиктәрендә ер участкаларын сауҙаһыҙ биреү РФ Хөкүмәтенең 22 апрелендәге 659-сы «2022 һәм 2023 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү үҙенсәлектәре тураһында»ғы ҡарары нигеҙендә алып барыла.