Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Июнь 2023, 04:38

Өфөлә был миҙгелдә миллион ярым сәскә ултыртыла

Баш ҡалабыҙ сәскәләргә күмеләсәк. Өфөнөң коммуналь хеҙмәттәре эшсәндәре был йәйҙә 1,5 миллион төп бер йыллыҡ сәскә, шулай уҡ 4000 төп рауза һәм гортензия ултыртырта. 

Өфөлә был миҙгелдә миллион ярым сәскә ултыртылаӨфөлә был миҙгелдә миллион ярым сәскә ултыртыла
Өфөлә был миҙгелдә миллион ярым сәскә ултыртыла

План 90 процентҡа үтәлгән дә инде. Был турала республимка етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев һөйләне.

Ә һеҙ матур сәскә түтәлдәренә һоҡланаһығыҙмы? Әйткәндәй, баш ҡалабыҙҙа 99 йәмәғәт биләмәһе бар. Уға парктар, скверҙар инә.

Фото: Город Уфа (vk.com)

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас