

Ысынлап та, был “ҡара” эштәр менән шөғөлләнгән ойошма булып сыҡты. Оҫта миңә шылтыратып, телефонға диагностика эшләүе, программа ҡуйыу мең һум буласағы хаҡында хәбәр итте. Күңелдә шунда уҡ шик тыуҙы. Телефоныңда программаны яңырттым, килеп сыҡманы, быға тиклем паролде күп яҙғанһың, шәхси кабинетыңды блокҡа ҡуйғандар, шуға ла уны асыу өсөн яңы “ключ” эшләргә кәрәк, бының хаҡы 8500 мең һум була, тип һуңыраҡ шылтырата был “оҫта”. Программистарҙың ҡатмарлы төшөнсәләре менән нимәлер аңлатырға маташа. Юҡ, хәҙер үк адресыңды әйт, телефонымды нисек бирҙем, шул килеш ҡайтарығыҙ, тием, юғиһә, полиция бүлексәһендә осрашабыҙ.
- Юҡ, телефоныңа программа ҡуйып булмағас, әлегә тоҡандырып булмай. Ремонттан баш тартһағыҙ, мең һум түләргә һәм иртәгә генә килеп алырға мөмкин буласаҡ, әлегә ул инженер зонаһында. Мин клиенттар менән осрашмайым, - ти теге егет.
Телефондар ремонтлау менән шөғөлләнгән бер танышыма шылтыратам (быға тиклем ул миңә рәсми сервис үҙәгенә мөрәжәғәт итергә ҡушҡайны). Ә мин интернеттан рәсми сервис үҙәге эҙләп, әлеге муттарға барып ҡаптым. Ярай әле, был ойошмала уның бер танышы эшләгәнлеге асыҡланды. Ул шуның менән һөйләшеп, етәксеһенең телефон номерын алып (ойошма Мәскәүҙә теркәлгән). Һөҙөмтәлә телефонды бер нисә минуттан шул килеш ҡайтарып бирҙеләр. Ә уға бер программа ла ҡуйылмаған, хатта асып та ҡарамағандар, бары тик һары наклейка йәбештереү менән генә сикләнгәндәр.
Пс. Һуңыраҡ был ойошманы интернеттан ҡарай башлағас, күп кире отзывтар килеп сыҡты. Берәй олораҡ кеше булһа, шунда уҡ алданыр ине, моғайын. Һаҡ булығыҙ!