Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Июнь 2023, 05:25

3 градусҡа һалҡынайтып ҡырау төшәсәк

Башгидромет синоптиктары республикала алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы.

3 градусҡа һалҡынайтып ҡырау төшәсәк3 градусҡа һалҡынайтып ҡырау төшәсәк
3 градусҡа һалҡынайтып ҡырау төшәсәк

Бөгөн көньяҡ райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 5–10 градус йылы, төньяҡ һәм таулы райондарҙа һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0– 3 градусҡа һалҡынайтып ҡырау төшә, көндөҙ  17–22, көньяҡта 27 градус йылы.

 

Шаршамбы, 14 июндә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй.  Тик ҡырау төшөүе күҙалланмай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас