Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Июнь 2023, 13:00

"Балалар атайҙарына "атай" тип әйтә башланы"

Әнүәр Нурғәлиев бер ай эле аварияла һәләк булған һеңлеһе Диананың балаларын тәрбиәләшә.

"Балалар атайҙарына "атай" тип әйтә башланы""Балалар атайҙарына "атай" тип әйтә башланы"
"Балалар атайҙарына "атай" тип әйтә башланы"

Ул балаларҙы уларҙың аталары ла ҡарашырға ярҙам итеүен әйтте. Әйткәндәй, Диана быға тиклем өс баланы яңғыҙ үҫтерә.
Әнүәр Нурғәлиев игеҙәк малайҙар менән паркка ял итергә барғандарын күрһәтте. Видеола күренеүенсә балалар машинала, атта, понила ла, аттракциондарҙа ла, кәмәлә лә йөрөй, батутта ла һикерә.
- Бөгөнгө көн балалар менән күңелле уҙҙы. Аиша ғына килмәне. Ҡыҙғанысҡа күрә, уның бер ҙә кәйефе юҡ. Малайҙарҙы беҙгә аталары алып килде, көнө буйы мәж килдек. Аталарына рәхмәт, ныҡ ярҙам итә, балалар "атай" тип тә әйтә башланы", - тип яҙҙы йырсы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас