Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Июнь 2023, 05:15

Таба икмәге – үҙ-ара мәҙәни аралашыу сараһы

«Тәмле. Беҙ бергә» проекты Ейәнсура районында «Лепешка» (майикмәк, йәймә, таба икмәге һәм башҡа атамалар бирергә мөмкин) милли аш-һыу байрамы менән тамамланды.

Таба икмәге – үҙ-ара мәҙәни аралашыу сараһыТаба икмәге – үҙ-ара мәҙәни аралашыу сараһы
Таба икмәге – үҙ-ара мәҙәни аралашыу сараһы

Ни өсөн тап ошо атама? Сөнки был ризыҡ бөтә халыҡтарҙа ла тиерлек осрай. Рецептары һәм атамалары төрлө-төрлө, тәме лә айырыла, әммә ул төрлө халыҡтарҙы берләштерә. Уны бешереү бик ябай, бәлки, тап шуғалыр ҙа, ҡапыл ҡунаҡтар килһә, мәҫәлән, кешеләр тап уныбешерә.

Түңәрәк, алһыу, тәмле күмәс, беҙҙең ҡарашҡа, ҡунаҡсыллыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек символы. Ошо нигеҙҙә махсус картаһы ла булдырылған, унда һәр муниципаль районда осраған таба икмәге исеменең варианттары күрһәтелгән, шулай уҡ үҙенсәлекле рецептар һүрәтләнгән.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, республиканың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында тормошҡа ашырылған.

БДБҠ сайтынан

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас