

ЕАЭС илдәре хөкүмәттәре башлыҡтары Евразия хөкүмәт-ара советында климатик повесткала үҙ-ара бәйләнеште дауам итеү, Союздыө цифрлы повесткаһын артабан да үҫтереү хаҡында һөйләште. Бынан тыш, унда ЕАЭС-тың эске баҙары эшмәкәрлеген тәьмин итеү, берләшмә дәүләттәре араһында транспорт инфраструктураһын булдырыу һәм үҫтереү, Урта Азия һыу-энергетика комплексы, транспорт-логистика инфраструктураһы буйынса хеҙмәттәшлек итеү, сәнәғәттә ил-ара алдынғы проекттар булдырыу, цифрлы үҙгәрештәр индереү буйынса һөйләште.
Сарала эксперттар шулай уҡ дәүләт һәм шәхси партнерлыҡты күләмле инфраструктур проекттарҙы тормошҡа ашырыу механизмы итергә фекер алышты.