Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июнь 2023, 03:30

Нисек оҙаҡ һәм бәхетле йәшәргә?

"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" форумында “Бәхетле оҙон ғүмерлелек серҙәре” тигән темаға "түңәрәк өҫтәл" артында һөйләшеүҙә ошо һорауға яуап  эҙләнеләр. 

Нисек оҙаҡ һәм бәхетле йәшәргә?Нисек оҙаҡ һәм бәхетле йәшәргә?
Нисек оҙаҡ һәм бәхетле йәшәргә?

 БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырылған “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты менән таныштырҙы.

“Башҡорт ғүмер оҙонлоғо”  – Башҡортостан Башлығының проекты.  Ул  беҙҙең халыҡтың сәләмәт ғүмерен оҙайтыуға йүнәлтелгән. Иң мөһиме – улар оҙаҡ йәшәһен һәм ауырымаһын.   2022 йылда унда республиканан бөтәһе 292,7 мең граждан ҡатнашҡан.  Проект бер нисә йүнәлештән тора.  Төп йүнәлештәре булып “Йәшәүҙең сифаты”,”Ирекмәндәр эшмәкәрлеге һәм остазлыҡ”, “Мәшғүлек”, “Туризм”, “Ижад һәм ҡул эштәре”, “Уҡытыу”, “Спорт һәм физик әүҙемлек” тора.  

 Министр әйтеүенсә, ошо йүнәлештәрҙән иң ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡаны –   туризм. Ғөмүмән, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” тураһында һүҙ алып барғанда, иң беренсе сиратта, беҙ туризмды күҙ уңында тотабыҙ. 2022 йылда был йүнәлештә 28 мең оло йәштәге кеше  ҡатнашҡан. Төп сараларҙың береһе –  ололарҙы халыҡ мәҙәниәте  йолалары менән таныштырыу маҡсатында бер көнлөк турҙар ойоштороу.   Хаҡлы ялдағылар  бик әүҙем сәйәхәт итә.  Улар сәйәхәттең бер рәхәтен күреп алһа, шунан арына алмай. Бының өсөн уларға автобус һәм тирә-яҡ менән таныштырып барыу өсөн яҡшы экскурсовод һәм эсергә һыу  бирелә. Ҡалғандарын ололар үҙҙәре менән ала.

Һөйләшеү һуңында мейене ҡартайыуҙан һаҡлау өсөн ун “алтын ҡағиҙә” менән танышыу ҙа “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар өсөн фәһемле булғандыр, тигән ышаныс ҙур.  

Фото:Ю. Кәримов фотоһы.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас