Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Июнь 2023, 06:30

Форум ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерә

 “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы бөгөн дә эшен дауам итә. Унда ҡатнашыусыларҙы береһенән-береһе   осрашыуҙар, аралашлыуҙар, фекер алышыуҙар көтә.

Форум ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерәФорум ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерә
Форум ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерә

 

Асҡын район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева форум тураһында  үҙенең тәъҫораттары менән уртаҡлаша:

           — Форум бик оҡшай. Ҡатын-ҡыҙҙар бөгөн шундай бөтәһе лә матур, күҙҙәре янып тора,   ҙур  ҡыҙыҡһыныу менән ойошторолған сараларҙа ҡатнаша.   Уны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт әйтке килә. Беҙ Асҡын районында ла “Ҡатн-ҡыҙ бәхете биләмәһе”форумын үткәрҙек. Бик күп майҙансыҡтар эшләне. Шуларҙың береһе беҙҙең районда булмаған тар белегесле табиптар ҡатанашлығында булды. Уларға күренергә теләүселәр  бик күп ине. Хатта балалар теш табиптары килде, улар көнө буйы эшләне.   

                Форум ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерә, районда район ҡатын-ҡыҙҙарын, бында иһә тотош республиканың гүзәл заттарын.

Фото:Автор фотоһы.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас