

Күргәҙмәләге төп урынды Өфөлә «Китап-байрам» Халыҡ-ара йәрминкәһе сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Милли музейға һаҡлауға тапшырған Усман Ҡөръәне күсермәһе биләй.
Иң боронғо ҡулъяҙмаларҙың береһе булған изге китаптың тарихы бик бай. Фараз итеүҙәренсә, Ҡөръәндең стандарт тексттарының беренсе биш ҡулъяҙмаһы өсөнсө хәлиф Усман (579-656) осоронда илдең төп ҡалаларына ебәрелә, ә алтынсы нөсхәһе хәлиф янында ҡалдырыла. XV быуатта Тамерлан үҙенең яулап алыу походтары барышында изге китапты Самарҡандҡа алып ҡайта.
Урта Азия Рәсәй империяһы составына ингәндән һуң ҡулъяҙманы һаҡлап ҡалыу ниәтендә, уны Санкт-Петербургка ебәрәләр. Бында китап императорҙың асыҡ китапханаһында һаҡлана. 1917 йылғы инҡилаптарҙан һуң, Петроград мосолмандарының һорауҙары буйынса, Усман Ҡөръәне Бөтә Рәсәй мосолмандар советына тапшырыла һәм Өфөгә килтерелә. Ә 1923 йылда Төркөстан республикаһы вәкилдәре һорауы буйынса Совет хөкүмәте Ҡөръәнде Урта Азия мосолмандарына ҡайтарыу һәм Ташкентҡа ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итә. Бөгөнгө көндә ҡулъяҙма Ташкент ҡалаһының Муйи-Мөбәрәк мәҙрәсәһендә һаҡлана.
Усман Ҡөръәненең берҙән-бер күсермәһе Башҡортостан Хөкүмәте һорауы буйынса Үзбәкстан Халыҡ-ара Ислам академияһы хеҙмәткәре Хәбибулла Солиев тарафынан эшләнелә.
Артабан был ҡиммәтле экспонат республикабыҙҙың төҙөлөп ятҡан Күсмә цивилизациялар музейына тапшырыласаҡ.Шуға тиклем барығыҙҙы ла изге китапты Башҡортостандың Милли музейында күреп ҡалырға саҡырабыҙ!
Автор: Гөлназ Маннапова