Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Июнь 2023, 13:00

Көмөш миҙал биреләсәк

Тик яҡшы билдәләргә генә уҡып, БДИ-ла һәйбәт балл йыйһағыҙ...

Көмөш миҙал биреләсәкКөмөш миҙал биреләсәк
Көмөш миҙал биреләсәк

Хәтерегеҙҙәлер, элек урта мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлаусыларға алтын миҙал менән көмөш миҙал да бирелә ине. 2014 йылдан көмөштө биреү туҡтатылды.

РФ мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, яңы уҡыу йылынан сығарылыш синыфы уҡыусыларына  яңы көмөш миҙалдар тарата башлайҙар.

Был баһаға дәғүә итеүселәр уҡыуҙы тик яҡшы билдәләргә  тамамлау менән рус теле һәм математика имтиханынан 70-тән кәм булмаған балл йыйырға тейеш.

 Көмөш миҙал менән уҡырға инеүсе абитуриенттарға вузға ингәндә 2–3 өҫтәмә балл өҫтәйҙәр.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас