

Былтыр Радий Фәрит улы республикала 2022 йылдан башлап БР Башлығы Кубогына йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса универсиада үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Ярыштарға рәсми старт 17 ноябрҙә бирелде. Башҡорт дәүләт аграр университетының "Йәштәр" һарайында ҙур спорт байрамын асыу тантанаһы уҙҙы. Сарала беҙҙең спорт министры Руслан Хәбибов та ҡатнашты.
Был көндө гер спорты буйынса ярыштар үтте. Декабрҙә дзюдо, милли көрәш, бокс, өҫтәл теннисы һәм бадминтон буйынса ярыштылар, был дисциплиналарҙа вуз спортсылары үҙҙәрен көслө дәғүәселәр булараҡ күрһәтте. Баскетбол, стритбол, бокс, шашка, саңғы, лапта, пауэрлифтинг, дартс һәм башҡа ярыштарҙа ла беҙҙең команда һынатманы, тәүге урындарҙы яуланы.
БР Башлығы Кубогына йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса универсиада тәүге тапҡыр уҙһа ла республиканың бөтә юғары уҡыу йортонан да ҡатнашыусыларҙы йәлеп итте. Бындай ярыштарҙы үткәреү йәш быуында спорт һәм физик культураға ҡыҙыҡһыныу уята, уларға сәм өҫтәй.
Бр Башлығы Кубогына йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса тәүге универсиадала еңеү – юғары уҡыу йорто, спортсылар өсөн ҙур яуаплылыҡ. БДАУ йыйылма командаһы һынатманы! Ҡыҙҙар-егеттәргә, афарин, тибеҙ! Алда беҙҙе яңы еңеүҙәргә өлгәшеү өсөн күп эш көтә!
Фото: Т. Аманов