Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Июнь 2023, 06:23

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән!

  Бөгөн – социаль хеҙмәткәрҙәрҙең профессиональ байрамы.

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө  менән!Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө  менән!
Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән!

 Тормош ҡатмарлыҡтарына осраған ҡарауға һәм иғтибарға мохтаж кешеләргә көн дә ярҙамға ашығыусыларҙың.   Социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә, социаль яҡлау органдарында эшләүселәрҙең, ярҙам күрһәтеү сараларын ойоштороусыларҙың.

Бөгөн махсус операцияла ҡатнашыусыларға, ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам айырыуса мөһим.  Был да социаль  хеҙмәткәрҙәрҙең эшенең ҙур өлөшөн тәшкил итә.   

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау минситрлығында  бөгөн 11 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итеүен билдәләп үткем килә.   

Ысын күңелдән еңел булмаған изге эшегеҙ өсөн рәхмәт. Һаулыҡ һәм именлек теләйем! Байрам менән!  

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас