

Беҙҙә булған хәл түгел. Сочиҙа хирургтар бер ҡатындың эсәклегенә операция яһағанда, төп артерия янында ғына скальпелде онотоп ҡалдырған.
Пациент эсендә нимә барлығын оҙаҡ һиҙмәй йөрөнөмө икән? Ҡыш яһалған әмәлиәт эҙемтәһе яңы беленгән: ҡатын Екатеринбургҡа химиятерапия курсына килгән һәм урындағы табиптар рентгендан уның эсендә "ҡомартҡы"ны күреп ҡалған. Сочи табиптарына дәғүә яһалғас, улары тиҙ генә хаталарын төҙәтергә теләк белдергән. Тик ҡатын барыбер Тәфтиш комитетына ғариза биргән. Етмәһә, Сочи табиптары яман шеште лә ваҡытында асыҡлай алмаған.
Фото: Известия.ру