

Бында ҙур проекттарҙың береһе - «Шагни за горизонт» тип аталған ял урыны. 2020 йылда Белореттың үҙәк паркын яңыртыу һәм Ағиҙел ярын төҙөкләндереү концепцияһы уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡан. Проект Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты, Orchestra Design архитектура бюроһы һәм халыҡ менән берлектә ҡала хакимиәтенең уртаҡ эше. Паркты реконструкциялау хаҡы 197 млн һумды тәшкил итә.
Радий Хәбиров яңыртылған йәмәғәт биләмәһен ҡараны. Уның белдереүенсә, «Шагни за горизонт» республикала BLT Built Design Awards 2022 халыҡ-ара премияһын алған берҙән-бер парк.
Башҡортостан Башлығы Ҡайғырыусы әсә монументына сәскәләр һалды. Уны 2022 йылда Геройҙар аллеяһында асҡандар. Радий Фәрит улы шулай уҡ ҡалалағы ҡорамға ла инеп сыҡты. Бында ла ҙур эштәр башҡарыла.
Фото: БР Башлығы сайтынан.